Кѳньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы “Парктар маршы – 2012” фестивале ойошторҙо.
Фестивалдә Ғәбдѳк, Йѳйәк, Берештамаҡ, Инйәр мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты. Ҡурсаулыҡтың экологик-яҡтыртыу бүлеге буйынса директор урынбаҫары Әлибаев Айҙар Насир улы етәкселегендәге жюри балаларҙың сығыштарын баһаланы.
1-се Инйәр мәктәбе уҡыусылары театрлаштырылған тамаша күрһәтеү йәһәтенән эстафета таяғын алды. Был әүҙем балаларҙы районда белмәгән кеше юҡтыр хәҙер. Бѳтә экологик саралар улар ҡатнашлығында үтә. Республика кимәлендә даими рәүештә призлы урындар яулайҙар. Үҙ эшенә ихлас ҡараған уҡытыусылары – Ғәликәева Рәмилә Мѳҙәрис ҡыҙы улар ѳсѳн яҡшы үрнәк.
Жюри ағзалары йәшел мѳхиткә арналған иң шәп һүрәттәрҙе, фотоһүрәттәрҙе, шиғыр-иншаларҙы һәм тәбиғи материалдарҙан ҡул эштәрен һайланы һәм иң-иңдәрҙе бүләкләне.
Конкурстар тамамланғас, агитбригадалар ярышына йомғаҡ яһалды. Айҙар Насир улы ҡатнашыусыларҙы ҡотланы һәм “Парктар маршы – 2012” кубогын Йѳйәк мәктәбе уҡыусыларына тапшырҙы. Фестиваль уҡыусыларға ла, уҡытыусыларға ла артабан уҡырға, эшләргә дәрт бирҙе, тәбиғәтте һаҡлау эшенең мѳһимлеген тағы бер ҡат иҫбатланы.
Марат Бәхтийәров,
Кѳньяҡ Урал ҡурсаулығы белгесе.